+8 °С
Облачно

Президент фондының икенсе конкурсы башлана

Мәҙәни башланғыстар буйынса президент фондының икенсе конкурсы 2023 йылдың икенсе конкурсы 1 февралдә башлана һәм 20 мартҡа тиклем дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Президент фондының икенсе конкурсы башланаПрезидент фондының икенсе конкурсы башлана
Президент фондының икенсе конкурсы башлана

Мәҙәни башланғыстар буйынса президент фондының икенсе конкурсы 2023 йылдың икенсе конкурсы 1 февралдә башлана һәм 20 мартҡа тиклем дауам итә.

Дөйөм гранттар фонды 4 миллиард һум тәшкил итә. Унда коммерцияға нигеҙләнмәгән һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмалар, коммерция ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.

Конкурстың йүнәлештәре:

- «Ижад итеүселәр милләте»
- «Бөйөк рус һүҙе»
- «Ғорурланам»
- «Көс урыны»
- «Мәҙәни код»
- «Йәш лидерҙар»
- «Ил тарихы: еңеүҙәр тарихы. Дәүерҙәр»
- «Күп милләтле халыҡ»
- «Беҙ бергә»

Проектты тормошҡа ашырыу ваҡытына иғтибар итегеҙ. Проекттар 2023 йылдың 1 апреленән дә иртәрәк башлана алмай һәм 2024 йылдың 30 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса тамамланырға тейеш.
Фондкультурныхинициатив.рф сайтында ентеклерәк мәғлүмәт менән танышырға була

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас