+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Медицина хеҙмәткәрҙәренә махсус социаль түләүҙәр

Февралдә Социаль фонд медицина хеҙмәткәрҙәренә махсус социаль түләүҙәр бирә башлай.

Медицина хеҙмәткәрҙәренә махсус социаль түләүҙәр
Медицина хеҙмәткәрҙәренә махсус социаль түләүҙәр

Февралдә Социаль фонд медицина хеҙмәткәрҙәренә махсус социаль түләүҙәр бирә башлай.

- Түләү кемдәргә тейеш?

Яңы түләү беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһының, үҙәк район, район һәм участка дауаханаларының медицина хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ ашығыс ярҙам станцияларында һәм бүлексәләрендә эшләгәндәргә ҡаралған. Түләүҙең күләме, медицина хеҙмәткәренең категорияһына һәм медицина ойошмаһының төрөнә ҡарап, 4,5 меңдән 18,5 мең һумға тиклем тәшкил итә.

- Түләү алыу өсөн реестр нисек төҙөләсәк?

Рәсәйҙең Социаль фонды түләү операторы итеп билдәләнгән. Аҡса медицина ойошмалары биргән мәғлүмәттәр нигеҙендә тәғәйенләнәсәк. Һәр ай йомғаҡтары буйынса медицина ойошмалары, ярҙам алыуға хоҡуҡлы хеҙмәткәрҙәрҙең электрон реестрын булдырып, мәғлүмәтте Социаль фондҡа тапшырырға тейеш.

Реестрҙа хеҙмәткәр тураһындағы мәғлүмәттәр менән бер рәттән тәғәйенләнгән өҫтәмә түләү күләме һәм уны иҫәпләү нигеҙҙәре күрһәтелә.

- Түләүҙе алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Бының өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә бер ниндәй ҙә сара күрергә кәрәкмәй - аҡса автоматик рәүештә күсереләсәк. Социаль фондтың территориаль бүлексәләре медицина ойошмаһы хеҙмәткәрҙәр реестрын төҙөп фондҡа тапшырғандан һуң 7 эш көнө эсендә аҡсаны күсерә.

Ғинуар айы өсөн тәүге өҫтәмә түләү табиптарға февраль аҙағында уҡ күсә. Аҡса реквизиттары медицина ойошмаһы тарафынан күрһәтелгән иҫәпкә күсереләсәк.

Медицина хеҙмәткәрҙәренә яңы махсус социаль түләү Социаль фондҡа бюджет-ара трансферттар сифатында бирелгән Федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды аҡсаһынан финанслана.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары https://vk.cc/ckLchC

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: