+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Баланы йәшәгән урыны буйынса нисек онлайн иҫәпкә ҡуйырға

14 йәшкә тиклемге баланы ата-әсәһенең береһе теркәлгән урын буйынса, Дәүләт хеҙмәттәрендә иҫәп-хисап яҙмаһы ярҙамында һәм ведомствоға бармайынса теркәргә мөмкин.

Таныҡлыҡ шәхси кабинетҡа килә, һәм ул ҡағыҙ документ кеүек үк юридик көскә эйә.

Күсеп киткәндә яңы адрес буйынса теркәлеү өсөн документтарҙы икенсе урынға килгәндән һуң 7 көндән дә һуңға ҡалмайынса тапшырырға кәрәк. 

Нисек ғариза бирергә:

1. Баланы йәшәгән урын буйынса теркәү өсөн документтар әҙерләргә. 

2. Теркәү тураһында ниндәй таныҡлыҡ - электрон йәки ҡағыҙ документ алыуығыҙҙы һайларға. Ғариза бирергә.

3. Теркәлеү тураһында таныҡлыҡ алырға:

  әгәр ҙә электрон таныҡлыҡ юллаған булһағыҙ, документ шәхси кабинетҡа килә;

  әгәр ҡағыҙ таныҡлыҡ юллағанһығыҙ икән, әҙер документты алыу өсөн шәхси кабинет аша Эске эштәр министрлығына йәки Күп функциялы үҙәккә саҡырасаҡтар. 

Баланы 6 эш көнөндә теркәйҙәр.

Йәшәгән урыны буйынса баланы электрон төрҙә теркәүгә һылтанма: https://vk.cc/cl23Aw 

Дәүләт хеҙмәттәре порталының булышлыҡ итеү хеҙмәте: 8 (800) 100 70 10 (шылтыратыу бушлай).

 #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: