+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Президент Гранты юлла

1 февралдән Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2023 йылғы Президент Гранттарының икенсе конкурсында ҡатнашыу өсөн  ғаризалар яҙа ала.

Президент Гранты юлла
Президент Гранты юлла

1 февралдән Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2023 йылғы Президент Гранттарының икенсе конкурсында ҡатнашыу өсөн  ғаризалар яҙа ала.

Кемдәр ҡатнаша ала? Конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү тамамланғанға тиклем алты ай алда Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә теркәлгән коммерцияға нигеҙләнмәгән һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмалар ҡатнашырға мөмкин. Ентеклерәк мәғлүмәт - күрһәтелгән һылтанма буйынса: https://vk.cc/cl0y5T

Заявканы электрон төрҙә президентскиегранты.рф сайтында бирергә мөмкин, конкурс еңеүселәре июндә билдәләнә, ярҙам күрһәтеләсәк проекттарҙы финанслау 2023 йылдың 1 июленән башлана.

Нисек заявка бирергә - ошонда ҡарағыҙ: https://vk.cc/c5UhCv

Конкурс тураһында положение: https://vk.cc/az4OjS

Әгәр проект буйынса һорауҙарығыҙ бар икән, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә:

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге эксперттары проекттарҙы бушлай тикшерә. Бының өсөн тултырылған заявканы, ойошма атамаһын күрһәтеп, [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк.

Ғаризаларҙы ҡарау, шулай уҡ уҡытыу күнекмәләре графигы Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы сайтында һәм социаль селтәрҙәрендә, Ресурс үҙәге төркөмөндә күрһәтеләсәк https://vk.com/nko_rb

8 (347) 218-12-52 телефоны йәки [email protected] электрон почтаһы аша өҫтәмә һорауҙар бирергә мөмкин.

Конкурста ҡатнашыу тураһындағы һорауҙарға "Булышлыҡ итеү үҙәге" поддержка.президентскиегранты.рф сайтында яуап табырға була.

Автор:
Читайте нас: