+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бушлай газ үткәреүгә хоҡуғы булған граждандарҙың исемлеге киңәйтелә

Башҡортостанда социаль газ үткәреүгә хоҡуҡлы граждандарҙың категориялары исемлеген киңәйтеү тураһында пландар тураһында Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.

«2019 йылдан Башҡортостанда ғаиләләрҙең айырым категорияларына (Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, ветерандарына, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә) йортҡа газ һуҙыу өсөн сертификаттар тапшырабыҙ. Уҙған йылдың ноябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен ошо исемлеккә индерҙек. Хәҙер исемлекте артабан киңәйтергә уйлайбыҙ. 2023 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ категориялар өсөн сертификаттың номиналы 100 мең һум тәшкил итә», — тип яҙа ул.

Былтыр 2 375 ғаилә газ үткәреү өсөн сертификаттарҙан файҙаланған, дөйөм сумма 178 миллион 587 мең һум тәшкил иткән. Программа башланғандан алып республикала 665 миллион 200 мең һумлыҡ 8 437 сертификат бирелгән.

Сертификат алыуға иҫәпкә тороу өсөн граждандарға йәшәгән урын буйынса республиканың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:
Читайте нас: