+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Дәүләт иҫәбенә һөнәр үҙләштерергә мөмкин

8-11-се класс уҡыусыларының хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙе дәүләт иҫәбенә үҙләштереү мөмкинлеге бар - программалау буйынса «Киләсәк коды» курстарына өҫтәмә тыңлаусылар ҡабул ителә.

Рәсәйҙә 130 000-дән ашыу уҡыусы Python, Java, C++, C#, 1С, SQL, JavaScript һәм башҡа программалау технологияларын үҙләштереү мөмкинлеге менән файҙаланды. Бының өсөн:

✅ Дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлергә кәрәк буласаҡ https://www.gosuslugi.ru/futurecode.

14 йәше тулған һәм паспорт алған уҡыусы үҙе йәки уның законлы вәкиле - ата-әсәһе йәки опекуны теркәлә ала.

✅ Белем кимәлен һәм уҡытыу программаһын билдәләү өсөн тест үтеү мотлаҡ.

21 белем биреү ойошмаһынан 50-нән ашыу курстарға яҙылырға була. Офлайн һәм онлайн форматтарҙа уҡырға мөмкин.

Проекттың ҡыҙыу линияһы: 8 800 505-30-35

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: