+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күп функциялы үҙәктәрҙә хеҙмәтләндереү киңәйә

Хәҙер Дәүләт хеҙмәттәре кабинетынан документтарҙы Күп функциялы үҙәктә бушлай баҫтырып сығарырға һәм раҫлатырға мөмкин.

Ниндәй документтар? Белешмәләр, күсермәләр, таныҡлыҡтар һәм рөхсәт ҡағыҙҙары. Мәҫәлән, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә йәки эшкә урынлашҡанда, мәктәпкә яҙылғанда ваҡытлыса теркәлеү тураһында таныҡлыҡ. Бындай документ төп нөсхә кеүек үк юридик көскә эйә.

Документтарҙың раҫланған ҡағыҙ күсермәһен нисек алырға? Күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына барып, ғаризаның номерын атарға, паспорт күрһәтергә кәрәк (ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға - ойошманан ышаныс ҡағыҙы булыу мотлаҡ). Күп функциялы үҙәк белгесе уны баҫтырып сығара һәм мисәт менән раҫлай.

Иғтибар итегеҙ! Үҙ аллы баҫтырып алған электрон документ үҙенең юридик көсөн юғалта.

Күп функциялы үҙәктең Башҡортостандағы офистары - https://mfcrb.ru/?page_id=4014

«Электрон формала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү талаптарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары https://vk.cc/ckPjz6

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: