

Медицина ойошмалары 2022 йылдың 31 декабренән 2023 йылдың 8 ғинуарына тиклем нисек эшләйәсәк.
Ашығыс ярҙамдың эш ваҡыты - көн һайын тәүлек әйләнәһенә
Поликлиникаларҙың эш ваҡыты - сәғәт 8.00-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем, шылтыратыуҙар сәғәт 8.00-ҙән 16.00 сәғәткә ҡәҙәр ҡабул ителә
Поликлиникаларҙа регистратура һәм 122 телефоны (өҫтәмә номер 2) буйынса Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәге - 2 - 8 ғинуарҙа сәғәт 8.00-ҙән 16.00 сәғәткә тиклем
Өфө ҡалаһында тәүлек әйләнәһенә стоматология ярҙамы:
- 2-се стоматология поликлиникаһы, Октябрь проспекты, 105/3-сө йорт
- 7-се балалар стоматология поликлиникаһы, Блюхер урамы, 25/1-се йорт
Өфөлә өлкәндәр өсөн травматология ярҙамы:
- 5-се ҡала дауаханаһы, Цюрупа урамы, 84-се йорт (тәүлек әйләнәһенә)
- 8-се ҡала дауаханаһы, Горький урамы, 47-се йорт (тәүлек әйләнәһенә)
- 21-се ҡала дауаханаһы, Урман тыҡрығы, 3-сө йорт (тәүлек әйләнәһенә)
- Дим районының ҡала дауаханаһы, Дағстан урамы, 13а йорто (8.00-16.00) һәм Хәҡиҡәт урамы, 19-сы йорт (16.00-08.00)
Өфөлә балалар өсөн травматология ярҙамы:
- Республика балалар клиник дауаханаһы, Кувыкин урамы, 98-се йорт (тәүлек әйләнәһенә)
- 5-се балалар поликлиникаһы, Жуков урамы, 18-се йорт (08.00-22.00)
- 4-се балалар поликлиникаһы, Орджоникидзе урамы, 15-се йорт (08.00-22.00)
Күҙ йәрәхәтләнгәндә Өфөлә тәүлек әйләнәһенә эшләгән травматология пункттары:
- 8-се ҡала дауаханаһы, Ҡулса урамы, 47-се йорт
- Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты, Аврора урамы, 14-се йорт
Поликлиникаларҙа 2-һенән 6 ғинуарға тиклем сәғәт 8.00-ҙән 17.00 сәғәткә ҡәҙәр һөнәри тикшеренеү һәм диспансеризация үтергә мөмкин
Ковидҡа ҡаршы прививканы 2022 йылдың 31 декабрендә һәм 2023 йылдың 2 - 7 ғинуарында сәғәт 8.00-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем эшләтергә мөмкин
Республиканың башҡа ҡала һәм ауылдарында тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеү бүлмәһенә теләһә ниндәй ашығыс йәки кисектергеһеҙ хәл менән мөрәжәғәт итергә йәки ашығыс ярҙам саҡыртырға мөмкин. Әгәр дауаханала стоматологик ярҙам кабинеты йәки бүлексәһе бар икән, тәүлек әйләнәһенә дежурҙар ойоштороласаҡ.
Сәләмәт булығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан