

Яңы йыл байрамдары алдынан ғинуар айындағы пенсияларҙы Башҡортостанда алдан бирәсәктәр.
Оло йәштәге кеше пенсияны кредит учреждениелары аша 12-һендә алһа, 2023 йылдың ғинуары өсөн аҡса ваҡытынан алда - 2022 йылдың 29 декабрендә күсерелә.
Пенсияларын почта элемтәһе бүлексәһе аша алған пенсионерҙар уны ғәҙәти график буйынса 3 ғинуарҙан ала башлай.
Пенсияларҙы түләү ваҡыты декабрь квитанцияларында күрһәтелгәйне. Ғинуар айы өсөн пенсияларҙы республиканың почта элемтәһе бүлексәләре аша таратыу тураһында мәғлүмәт Башҡортостандың бөтә почта элемтәһе бүлексәләрендә бирелгән.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан