0 °С
Облачно

Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ

Мутлашыусылар шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип танытһа, нимә эшләргә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙМутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ
Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ

Мутлашыусылар шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип танытһа, нимә эшләргә?

Әгәр һеҙгә банктан шылтыратһалар йәки смс-хәбәр ебәрһәләр, һәм, быны мутлашыусылар тип иҫәпләйһегеҙ икән, банкҡа хәбәр итергә кәрәк.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк белгестәре нимә эшләргә кәрәклеген аңлата:

  1. Үҙегеҙҙең мобиль йәки онлайн-банкҡа инегеҙ
  2. «Хәүефһеҙлек», «Ярҙамсы» йәки шуларға оҡшаш бүлектәрҙе (төрлө банктарҙа бүлектәр төрлөсә аталыуы мөмкин) табығыҙ. Кәрәкле бүлекте «Эҙләү» юлы ярҙамында табырға мөмкин
  3. «Хәүефһеҙлек» бүлегендә «Мутлашыусы тураһында хәбәр итергә» бүлегенә инегеҙ
  4. Ундағы форманы тултырырға: һеҙгә шылтыратҡан телефон номерын, шылтыратыу датаһын һәм ваҡытын, һөйләшеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирергә кәрәк. Был 2-3 минут ваҡытты ала.
  5. Әгәр интернет-банкта бындай бүлек юҡ икән, банктың "ҡыҙыу линияһы"на шылтыратырға кәрәк.

Мөһим! Яуап итеп шылтыратырға ярамай - банктың телефон номерын ҡулдан йыйығыҙ. Телефон номеры пластик картала йәки банктың рәсми сайтында бар. Банк хеҙмәткәре артабан нимә эшләргә икәнен аңлатыр.

Рәсәй банкының ҡыҙыу линияһы:

300 - кеҫә телефонынан бушлай шылтыратыуҙар өсөн

8 800 300-30-00 - Рәсәй төбәктәренән бушлай шылтыратыуҙар өсөн

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан 

Автор:
Читайте нас