

Ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән водитель таныҡлығы менән йөрөргә яраймы?
Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғас, автомобиль менән идара итеү тыйыла.
Хоҡуҡ боҙоусыға 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф һалына, ә транспорт махсус туҡталҡаға ебәрелә: http://vk.cc/cjEyHd
Мөһим. Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты - 10 йыл. Әгәр ҙә ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем тамамланһа, уны автоматик рәүештә өс йылға оҙайталар: vk.cc/cjEyIi
Водитель таныҡлығын срогы тулғансы нисек алмаштырырға?
ЮХХДИ бүлексәһенә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк: - ғәмәлдәге водитель таныҡлығы; - паспорт; - ғәмәлдәге медицина белешмәһе; - дәүләт пошлинаһын түләү тураһында чек; - ғариза.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәрендә бирергә, алдан уҡ дәүләт пошлинаһын түләргә һәм медицина комиссияһы үтергә мөмкин, сөнки медицина белешмәләре 12 ай дауамында ғәмәлдә ҡала: vk.cc/cjEyJZ.
Яңы документ тапшырыр алдынан һеҙҙе фотоға төшөрәләр. Штрафты ташлама менән нисек түләргә?
Штрафты ҡарар сыҡҡандан һуң 20 көн эсендә 50% ташлама менән түләргә мөмкин: http://vk.cc/cjEyHd
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан