+6 °С
Ясно

Күңел ыҙандарын моңға сорнап...

Күңел ыҙандарын моңға сорнап...   Кисә, 13 декабрҙә, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “57-се йылғылар ижады” тигән  үҙенсәлекле исемле һоҡланғыс сара  үтте. Күңел байрамына әйләнгән был матур ижади кисәгә хәҙерге әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡаштары булған Гөлсирә Ғиззәтуллина менән Йомабикә Ильясова саҡырылғайны. 1957 йылда тыуып, икеһе лә ғаиләләрендә һөйөлөп кенә үҫкән “оя төбө” – кинйәбикәләр булған, (бәлки,  шуғалыр ҙа үтә лә хислеләрҙер), 1-се  республика мәктәп-интернатында бергә уҡыған, һуңынан БДУ-ла бер төркөмдә белем алған, бер осорҙа  журналистикаға килгән, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында бергәләп эшләгән  ҡәләм оҫталарының күңел кисерештәре лә, хәтирәләре лә  шундай яҡты һәм нурлы ине. Ысынлап та,  уларҙың хисле күңеленә, аң даирәләренең тәрәнлегенә, бай  тел ҡеүәһенә, шул уҡ ваҡытта нескә психолог менән көслө ҡатын да булыуҙарына  һоҡланмау мөмкин түгел.  Кисәлә ҡатнашҡан Өфө Фән һәм технологиялар университетының (элекке БДУ) "Шоңҡар" әҙәби ижад берекмәһендә һәм Мифтахетдин  Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының "Тулҡын" әҙәби ижад түңәрәктәрендә шөғөлләнгән студенттар күңелендә әҙибәләребеҙ менән осрашыу мәңгегә уйылып ҡалыр, моғайын. Сөнки, күренекле  яҙыусылар менән күҙмә-күҙ ҡарашып  аралашыу, фекер алышыу, шиғырҙар тыңлау, улар менән бергә ижади лабораторияла ҡайнау, уй-ниәттәр менән уртаҡлашыу  һүҙ сәнғәтенең бәҫе артҡы планға күсә башлаған бөгөнгө ауыр заманда, йөрәктәргә,  гүйә, “тере һыу” бөрккәндәй булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңел ыҙандарын моңға сорнап...Күңел ыҙандарын моңға сорнап...
Күңел ыҙандарын моңға сорнап...

Ҡулдарына яңы ҡәләм тотоп, әҙәбиәткә һуҡмаҡ ярған йәш ижадсыларыбыҙ, үҙ сиратында, ҡыйыу фекерле булыуҙары,  уй-кисерештәрен төплө итеп аңлата, әйтә белеүҙәре, шиғырҙарҙы урыны-еренә еткереп тасуири уҡыуҙары менән һөйөндөрҙө. Тимәк, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге бар! Сараға шулай уҡ билдәле әҙибәбеҙ, драматург, яҙыусы, тележурналист,  халыҡсан тауышлы Сәрүәр Суринаның һәм “Аҡ тирмә” милли мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкованың сығыштары йәм өҫтәне. Күңел ыҙандары тулып, юғары рух күтәренкелегендә таралышты кисәлә ҡатнашыусылар. Шундай йөкмәткеле, үҙенсәлекле  ижад байрамы ойошторғаны өсөн Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт -музейы хеҙмәткәрҙәренә һәм уның мөдире филология фәндәре кандидаты, ғалимә Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләковаға ҙур рәхмәт!

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас