+9 °С
Облачно

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды

Йыл һайын үткәрелгән иҡтисади ваҡиға быйыл 3000-дән ашыу кешене: власть, бизнес-берләшмә вәкилдәрен һәм төрлө өлкәләрҙән белгестәрҙе берләштерҙе. Юбилейлы 15-се форумда 50-нән ашыу эшлекле сара ойошторола, унда 20-нән ашыу илдән федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге спикерҙар сығыш яһай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылдыӨфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды
Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды. Йыл һайын үткәрелгән иҡтисади ваҡиға быйыл 3000-дән ашыу кешене: власть, бизнес-берләшмә вәкилдәрен һәм төрлө өлкәләрҙән белгестәрҙе берләштерҙе. Юбилейлы 15-се форумда 50-нән ашыу эшлекле сара ойошторола, унда 20-нән ашыу илдән федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге спикерҙар сығыш яһай.

«Үткән йылғы форумда төп партнерыбыҙ Ҡаҙағстан ине. Ошо изге йоланы дауам итәбеҙ. Быйылғы форумдың партнеры – Беларусь. Был илдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, мөнәсәбәттәр стратегик үҫешә. Бергәләп күп мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Сит илдәрҙән килгән коллегаларыбыҙҙы сәләмләйем, улар ҡатмарлы һайлау алдында торҙо, ләкин беҙҙең менән бергә ҡалды. Бөгөн Өфөлә донъяның 20 иленән вәкилдәр бар. Республикабыҙ сәнәғәте флагмандарына рәхмәт. «Газпром», «Башнефть» компаниялары, Башҡортостан сода компанияһы, Ростех предприятиелары һөҙөмтәле эшләмәһә, республика ошондай уңышҡа өлгәшә алмаҫ ине. Бизнес аҙналығы барыһы өсөн дә файҙалы булыр тип уйлайым», - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Форумда ҡатнашыусыларҙы өс тематик көн көтә:

- 14 декабрҙә - Технологик үҫеш

- 15 декабрҙә - ШОС

- 16 декабрь - Рәсәй иҡтисади өҫтөнлөктәренең яңы формаһы.

Форумдың көн тәртибендә – Инвестициялар һәм үҫеш агентлыҡтары милли ассоциацияһының съезы, сәнәғәт кластерҙары һәм сәнәғәт парктары ярҙамында сәнәғәттәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, «Өфө диалогы» халыҡ-ара фекер алышыу майҙансығының беренсе съезы.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 55 килешеү төҙөү күҙаллана, шуларҙың 25-е  инвестицияға ҡағыла. Ошо килешеүҙәр сиктәрендә 1,5 мең яңы эш урыны булдырыу, фәнгә һәм технологияларға, мәктәптәр һәм агрокомплекстар төҙөлөшөнә, полимерҙар етештереүгә, логистик үҙәктәр булдырыуға һәм юл яны сервисын яңыртыуға инвестициялар һалыу планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-12-14/v-ufe-otkrylas-mezhdunarodnaya-nedelya-biznesa-3070732

Автор:
Читайте нас