-4 °С
Болотло

Яңы йыл саралары эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыла

Республикала яңы йыл саралары һәм иртәлектәр ОРВИ, грипп буйынса эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы йыл саралары эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарылаЯңы йыл саралары эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыла
Яңы йыл саралары эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыла

Республикала яңы йыл саралары һәм иртәлектәр ОРВИ, грипп буйынса эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыла. Закондар һәм санитар ҡағиҙәләр киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтары артҡан осорҙа күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе тыймай, тине Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.

Ведомство байрамдарҙы мөмкин тиклем асыҡ һауала ойошторорға, бина эсендә иҫкәртеү саралары (елләтергә, дезинфекцияларға) тураһында онотмаҫҡа кәңәш бирә.

«Ата-әсәләр иртәлектәрҙә ҡатнашырға мөмкин. Ләкин сирләп торһағыҙ, бармағыҙ», – тине Анна Казак.

Сығанаҡ: «Башинформ».

 

Автор:
Читайте нас