0 °С
Облачно


Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән ҡар яуа, ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы әле -11, -16 градус.
Шишәмбе, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ - төньяҡтан, талғын. Термометр бағанаһы төндә -18, -23, урыны менән -26, -31 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ -13, -18.
Шаршамбы, 7 декабрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24, урыны менән -27, -32, көндөҙ -13, -18.