

Ташламаға эйә булғандар ҡала-ара транспортында бушлай йөрөү тураһында Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе аңлата.
Ташламаға эйә булғандарҙың шифахана-курорттарҙа бушлай дауаланыу һәм ҡала-ара транспортында дауаланыу урынына бушлай барыу һәм ҡайтыу хоҡуғы бар
Медицина күрһәтмәһе булған осраҡта путевканы Социаль страховка фондының территориаль бүлексәһе бирә
Күрһәтелгән хеҙмәттәргә аҡсалата компенсация алмағандар хоҡуҡлы
Социаль страховка фонды шифахана-курорт путевкаһы менән бергә бушлай юл йөрөүгә йүнәлтмә бирә
I төркөм инвалидтарға, шулай уҡ инвалид балаларға путевка тапшырғанда оҙатып йөрөүсе кешегә лә дауаланыу урынына бушлай барыу һәм ҡайтыу хоҡуғы бирелә
Ташламаға эйә булған граждандар өсөн дауаланыу урынына бушлай барыу һәм ҡайтыу Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йүнәлтмәһе буйынса ла ҡаралған. Уны юллау өсөн ғариза, шәхесте раҫлаусы документ, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған йүнәлтмә һәм 2-се һанлы талон менән Социаль страховка фондының территориаль бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ентеклерәк мәғлүмәт - Рәсәй Федерацияһының Социаль страховка фонды сайтында: https://r02.fss.ru/206586/206591/index.shtml
Киләһе яҙмала ташламаға эйә булғандар ниндәй транспорт менән бушлай файҙалана алыуы хаҡында һөйләрбеҙ.
Кемдең шифахана-курорттарҙа дауаланыуға путевка алырға хоҡуғы булыуы тураһында мәғлүмәт - ошо һылтанма буйынса
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан