+10 °С
Ясно

Йорт хайуандары үлһә

Йорт хайуаны (эт, бесәй, ҡоштар һәм башҡалар) үлгән осраҡта йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн ветеринария өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте талаптарын үтәргә кәрәк. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Йорт хайуандары үлһәЙорт хайуандары үлһә
Йорт хайуандары үлһә

Йорт хайуаны (эт, бесәй, ҡоштар һәм башҡалар) үлгән осраҡта йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн ветеринария өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте талаптарын үтәргә кәрәк. 

Үлгән малды ергә күмергә ярамай - был законға ҡаршы.

Әлегә хайуандарҙы утилләштереү буйынса бушлай ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге юҡ, процедураны йорт хайуандары өсөн крематорийҙа үткәрәләр. Эт һәм бесәйҙе кремациялау хаҡы хайуандың ауырлығына һәм процедураның төрөнә бәйле.

Ни өсөн хайуандарҙы ергә күмеү ҡурҡыныс? Түбәндәге хәүеф осраҡтары булыуы ихтимал:
- уларҙы башҡа йәнлектәр соҡоп сығарасаҡ,
- ер өҫтө һыуҙары йыуасаҡ,
- хайуандың үлеменә сәбәпсе булған йоғошло ауырыуҙар башҡа хайуандарҙың һәм кешеләрҙең дә зарарланыу сығанағына әүереләсәк.

Мөһим. Хайуандарҙы ерләү тәртибен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған (Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы 10.8-се статьяһының 3-сө өлөшө https://vk.cc/ccs4CV физик шәхестәргә - 4 меңдән 5 меңгә тиклем, вазифалы кешеләргә 20 меңдән 40 меңгә тиклем күләмдә административ штраф һалыуҙы күҙ уңында тота).

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Биологик ҡалдыҡтарҙы күсереп йөрөтөү, һаҡлау, эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса ветеринария ҡағиҙәләрен раҫлау тураһындағы бойороғо ошонда: https://vk.cc/ciJWaG.

Һәләк булған йорт хайуандарын утилләштереү мәсьәләһен хәл итеү өсөн йәнлек үлгән урын буйынса дәүләт ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Башҡортостандың район ветеринария станцияларының адрестары һәм бәйләнештәре ошонда: https://vk.cc/cda9R2.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас