+6 °С
Ясно

Бионик протездар күрһәтелде

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында барған “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе эшендә Мәскәүҙәге “Моторика” компанияһы вәкилдәре лә ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бионик протездар күрһәтелдеБионик протездар күрһәтелде
Бионик протездар күрһәтелде

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында барған “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе эшендә Мәскәүҙәге “Моторика” компанияһы вәкилдәре лә ҡатнаша.

Был фирма бионик протездар етештерә. Предприятие сығарған изделиеларҙы һынау менән шөғөлләнгән 37 йәшлек Сергей Бачу форум-күргәҙмәлә протездарҙың нисек эшләүен күрһәтә. Ул үҙе үҫмер саҡта юғары вольтлы электр линияһы бағанаһына менә һәм, токтан һуғылып, ҡулһыҙ ҡала.

Сергей Бачу биш йылға яҡын әйбер тоторға ҡулайлаштырылған протез менән файҙалана. Әлбиттә, ҡатмарлыраҡ операциялар башҡарған изделиелар ҙа бар, ти ул.

Уның эше протездарға тест үткәреүгә ҡайтып ҡала. Улар арзан түгел. Әгәр тейешле документтар булһа, дәүләт ярҙамы менән хаҡының бер өлөшөн ҡайтарып алырға мөмкин. Бындай осраҡта хәйриә фондтары ла ярҙамға килә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас