+9 °С
Облачно

Асҡындан умартасылар Донбассҡа илле килограмм бал ебәргән

— Ислам хәҙистәре һәм аяттарында, күршеңә ярҙам итергә кәрәк, тиелә. Мосолман йоҡларға ятһа, ә күршеһе ас икән, был — гонаһ, — ти Илдар Муллахмәтов.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асҡындан умартасылар Донбассҡа илле килограмм бал ебәргәнАсҡындан умартасылар Донбассҡа илле килограмм бал ебәргән
Асҡындан умартасылар Донбассҡа илле килограмм бал ебәргән

Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылынан умартасы Муллахмәтовтар ғаиләһе Донбассҡа илле килограмм бал ебәргән. 

— Донбасс ҡалаһында дуҫтарыбыҙ бар. Беҙ уларға хәлдән килгәнсә бал ебәрәсәкбеҙ, — ти Илдар Муллахмәтов. — 2022 йыл баллы йыл булды. Быйыл көҙ умартасылар былтырға ҡарағанда ла ҙурыраҡ уңыш алды. Май-июнь айҙарында яуған ямғырҙар тәүҙә бал ҡорттарын аҙыҡһыҙ ҡалдырғайны, әммә унан һуңғы йылы көндәр һәм ҡояш сәскәгә бай миҙгел бүләк итте.

Умартасылар династияһы өсөн мәрхәмәтлек ҡылыу – йәшәү рәүеше. Ғаилә урындағы мәктәпте бал менән тәьмин итә, ауыл хакимиәтенә һәм йәш спортсыларға ярҙам итә. 

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:
Читайте нас