+6 °С
Ясно

Көҙгө саҡырылыш тураһында

2022 йылда Рәсәйҙә армия сафына көҙгө саҡырылыш 1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем уҙғарыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көҙгө саҡырылыш тураһындаКөҙгө саҡырылыш тураһында
Көҙгө саҡырылыш тураһында

2022 йылда Рәсәйҙә армия сафына көҙгө саҡырылыш 1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем уҙғарыла.

Уның үҙенсәлектәре тураһында Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Сергей Нетунаев аңлатма бирә.

- Кем хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш?

Хәрби хеҙмәтте кисектереүгә һәм хеҙмәткә саҡырыуҙан азат ителеүгә хоҡуғы булмаған 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш.

- Призывниктарҙы махсус хәрби операция зонаһына ебәрәсәктәрме?

Призыв буйынса саҡырылған хәрбиҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк. Улар хәрби күнекмә һәм башҡа хәрби частарҙа хеҙмәт итәсәк.

- Башҡортостандан саҡырылғандар ҡайҙа һәм ниндәй ғәскәр төрҙәренә йышыраҡ эләгә? 

Призывниктарҙы Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәренә лә хеҙмәткә ебәрәләр. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы, сәләмәтлеге, спорт әҙерлеге, белеме, әхлаҡи-психологик характеристикаһы, профессиональ-психологик һайлап алыу кимәленә ярашлы, ғәскәрҙәрҙең тармағы һәм төрө тураһында ҡарар ҡабул итә. 

Көҙгө саҡырылыш тураһында тулыраҡ ошонда: https://vk.com/tsur_bashkortostan?w=wall…. Был Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнеш.

«Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы федераль закон: http://pravo.gov.ru/proxy/ips/?docbody&n…

Автор:
Читайте нас