

Президент Владимир Путин Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың тамамланыуын белдерҙе.
Был хаҡта Кремль сайтында хәбәр ителә.
«Ул тамамланды, нөктә ҡуйылды», — тине Рәсәй лидеры Сочиҙа Әрмәнстан премьеры Никол Пашинян һәм Азербайжан президенты Илһам Алиев менән өс яҡлы осрашыу йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында.
Быны раҫлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та республикала өлөшләтә мобилизацияның тамамланыуы тураһында хәбәр итте. Хәрби комиссариаттарҙың Ҡораллы көстәрҙе комплектлау буйынса эше ирекмәндәрҙе һәм контрактниктарҙы ҡабул итеү иҫәбенә дауам итәсәк, тип билдәләне ул.
Бөгөн, 1 ноябрҙә, көҙгө хәрби саҡырылышы башланды. Республика буйынса ике ай дауамында 4000 кешене армия сафына алыу планлаштырыла.