0 °С
Облачно

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары “Һөт кухняһы” ризыҡтары менән тәьмин ителә

Һөт ризыҡтары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын: ауырлы ҡатындарҙы, бала имеҙгән әсәләрҙе һәм балаларҙы тәьмин итеү ҡаралған. Был турала Башҡортостан “Һөт кухняһы” предприятиеһы етәксеһе Илдар Сәйғәфәров белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары “Һөт кухняһы” ризыҡтары менән тәьмин ителәМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары “Һөт кухняһы” ризыҡтары менән тәьмин ителә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары “Һөт кухняһы” ризыҡтары менән тәьмин ителә

Һөт ризыҡтары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын: ауырлы ҡатындарҙы, бала имеҙгән әсәләрҙе һәм балаларҙы тәьмин итеү ҡаралған. Был турала Башҡортостан “Һөт кухняһы” предприятиеһы етәксеһе Илдар Сәйғәфәров белдерҙе. Бушлай аҙыҡ алыу өсөн хәрби комиссариаттан белешмә, медицина йүнәлтмәһе һәм тағы бер нисә документ талап ителә. Уларҙы кухня пункттары һәм Күп функциялы үҙәктәр аша тапшырырға була. Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары хаҡында “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” хөкүмәт порталында тулыраҡ мәғлүмәт бирелгән. Үҙәктең телефоны: 8 (347) 218-19-19.  Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратырға мөмкин.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас