

Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең кредиттары һәм заемдары буйынса кредит каникулдары алыу тураһында.
Үҙеңдең кредиторыңа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быны ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштерелгән вәкил аша ла эшләргә мөмкин. Мөрәжәғәт менән бергә компанияның берҙән-бер ҡатнашыусыһының (хужаһының) мобилизацияланыуын раҫлаған документтар тапшырырға мөмкин.
Әгәр ул мөрәжәғәт иткән саҡта документтарын ебәрә алмаһа, банк, микрофинанс ойошма йәки башҡа кредитор был документтарҙы Рәсәй Оборона министрлығынан тейешле мәғлүмәттәр аласаҡ Федераль һалым хеҙмәтенән үҙ аллы һоратып алырға хоҡуҡлы.
Кредитор документтарҙы заемсынан да һоратып ала. Был осраҡта заемсы документтарын ташламалы осор тамамланғансы тапшырырға бурыслы, юғиһә каникулдар ғәмәлдән сығасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың мобилизацияланған хужаларына булышлыҡ итеү тураһында ике законға ҡул ҡуйҙы
Бизнесмен мобилизацияланғандан һуң компания алған кредиттар буйынса кредит каникулдарын ниндәй шарттарҙа юллау хаҡында мәғлүмәт түбәндәге һылтанма буйынса бирелде.
Сығанаҡ: Рәсәй банкыһы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк https://www.cbr.ru/rb
Рәсәй Банкыһының ҡыҙыу линияһы:
- кәрәҙле телефондарҙан бушлай шылтыратыу өсөн: 300
- Рәсәй төбәктәренән бушлай шылтыратыу өсөн: 8 (800) 300-30-00
- кәрәҙле элемтә операторҙарының тарифтарына ярашлы: 8 (499) 300-30-00
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан