+2 °С
Ясно

200-ҙән артыҡ күп балалы атай хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыла

Шул уҡ мәлдә Республика Башлығы район-ҡала башлыҡтарына хәрби комиссариаттар менән берлектә өйҙәренә ҡайтарылғандар урынына саҡырыласаҡ ир-егеттәрҙең исемлеген әҙерләргә ҡушты.

Добавить в предпочтительные источники Google
200-ҙән артыҡ күп балалы атай хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыла200-ҙән артыҡ күп балалы атай хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыла
200-ҙән артыҡ күп балалы атай хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыла

Мобилизацияға эләккән өс балалы атайҙар ошо көндәрҙә хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарыласаҡ. Был хаҡта Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.

«Әйҙәгеҙ, хәрби уҡытыу урындарындағы 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған атайҙарҙы ҡайтарайыҡ. Миңә хәбәр итеүҙәренсә, улар 200-ҙән артыҡ кеше. Был ғәҙел буласаҡ», - тине төбәк етәксеһе.

Шул уҡ мәлдә Радий Хәбиров район-ҡала башлыҡтарына хәрби комиссариаттар менән берлектә өйҙәренә ҡайтарылғандар урынына саҡырыласаҡ ир-егеттәрҙең исемлеген әҙерләргә ҡушты.
«Беҙгә мобилизация планын үтәр өсөн был кешеләрҙе икенселәре менән алмаштырырға кәрәк. Аңлау өсөн шуны әйтәм: беҙ республикала булған мобилизация резервының бәләкәй процентын саҡырабыҙ. Зинһар быны эшләгеҙ», - тине ул.

 РФ Дәүләт Думаһы депутаттары инициативаһы менән күп балалы атайҙарҙы өлөшләтә мобилизациянан азат итергә ҡарар ҡабул ителде. Быға хәтлем дүрт һәм унан күберәк балалы атайҙар хәрби хеҙмәттән азат ителде.

 https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-24/radiy-habirov-poruchil-vernut-domoy-mnogodetnyh-ottsov-s-mest-boevogo-slazhivaniya-3000991

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас