+9 °С
Ясно

Газ тоташтырыуға аҡса бирелә

Башҡортостанда инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр газ үткәреүгә 100 мең һум аҡса аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Газ тоташтырыуға аҡса биреләГаз тоташтырыуға аҡса бирелә
Газ тоташтырыуға аҡса бирелә

Башҡортостанда инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр газ үткәреүгә 100 мең һум аҡса аласаҡ.

Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин хәбәр итте. Хәҙерге көнгә тиклем льготаға эйә булғандарҙың ошо категориялары өсөн сертификаттың суммаһы 75 мең һум тәшкил итә ине.

Үҙгәрештәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың төбәк властарына газ ҡорамалдары һатып алыу һәм газ селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса эштәр өсөн үҙ иҫәбенә түләй алмаған мохтаждарға ярҙам күрһәтергә ҡушыуы менән бәйле.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда льгота алыусыларға газ селтәренә тоташыуға аҡсалата сертификаттар алырға мөмкинлек биргән программа өс йыл эшләп килә.

Тулыраҡ мәғлүмәт  роликта https://disk.yandex.ru/d/B-JzYZ5QdHZ7hg

Автор:
Читайте нас