

Кредит каникулдары тамамланғас, мобилизацияланған граждан кредитты нисек түләргә тейеш?
Башҡортостандың Милли банкы мәғлүмәте буйынса, ипотека, ҡулланыу кредиттары һәм заемдар буйынса аҡсаны ҡайтарыу ваҡыты автоматик рәүештә каникул ваҡытына оҙайтыла, ташламалы осор тамамланғас, даими түләүҙәр күләме каникул башланғанға тиклемге күләмдә элеккесә ҡала.
Банк, микрофинанс ойошмаһы йәки башҡа кредитор мобилизацияланған заемсыға кредит каникулдары тамамланғансы яңы түләү графигын ебәрә.
2022 йылдың 7 октябрендәге "Мобилизация буйынса РФ Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылған кешеләрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешеләрҙең, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларының кредит килешеүҙәре (заем килешеүҙәре) буйынса йөкләмәләрен үтәү үҙенсәлектәре һәм РФ-тың айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы 377-се федераль закон https://vk.cc/chcYzT
Кредит каникулдары биреү буйынса һорауҙар менән кредит йәки заем алған банктың ҡыҙыу бәйләнеш телефонына шылтыратығыҙ.
Рәсәй Банкыһының ҡыҙыу линияһы:
- кәрәҙле телефондарҙан бушлай шылтыратыу өсөн: 300
- Рәсәй төбәктәренән бушлай шылтыратыу өсөн: 8 800 300-30-00
- кәрәҙле элемтә операторҙарының тарифтарына ярашлы: 7 499 300-30-00
Башҡортостандың Ситуация үҙәге:
122, өҫтәмә номер – 1
8 (347) 218-19-19
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан