

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, өлөшләтә мобилизацияны тамамлау тураһында ҡарар илдә әле ҡабул ителмәгән.
Шулай ҙа ҡайһы бер төбәк етәкселәре, мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһы башлығы Сергей Собянин ҡуйылған планды үтәүҙәре тураһында хәбәр итте.
Билдәле булыуынса, Владимир Путин Астаналағы матбуғат конференцияһында, Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация алдағы ике аҙнала тамамланырға тейеш, тигәйне.
«Бизнес ФМ Уфа» матбуғат сараһына биргән интервьюһында Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич, республикала өлөшләтә мобилизация дауам итә, уны 28 октябргә ҡарата тамамлаясаҡбыҙ, тип белдерҙе.