+19 °С
Облачно

Повестка тураһындағы һорауҙарға яуап

Өлөшләтә мобилизация барышында хәрби комиссариатҡа саҡырыу повесткаһы тураһындағы һорауҙарға яуаптар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Повестка тураһындағы һорауҙарға яуапПовестка тураһындағы һорауҙарға яуап
Повестка тураһындағы һорауҙарға яуап

Өлөшләтә мобилизация барышында хәрби комиссариатҡа саҡырыу повесткаһы тураһындағы һорауҙарға яуаптар.

- Ҡулдан төҙәтмәләр индерелгән повестка тапшырыу дөрөҫмө?

Повесткаға ҡулдан төҙәтмәләр индерергә мөмкин, ләкин улар вазифалы кешенең ҡултамғаһы һәм мисәт менән раҫланырға тейеш. Был осраҡта төҙәтмәләр индерелгән повестка тапшырыу законлы.

Ә бына повесткала ҡулдан индерелгән төҙәтмәләр раҫланмаған булһа, һеҙ уны алыуҙан баш тартырға хоҡуҡлы.

- Ауыл биләмәһе башлығы ирекле формала ҡулдан яҙылған һәм хакимиәт мисәте һуғылған повестка бирә аламы?

Повестка хәрби комиссариат тарафынан әҙер бланкыла тултырыла, унда хәрби комиссарҙың ҡултамғаһы һәм хәрби комиссариаттың мисәте булырға тейеш.

Повестканы хәрби комиссариат хеҙмәткәре йәки хәрби комиссариатты көсәйтеү аппараты составынан башҡа кеше, шулай уҡ мобилизацияға йәлеп ителеүсенең эш урынындағы етәксе һәм хәрби-иҫәп эше өсөн яуаплы башҡа кешеләр тапшыра ала.

Өлөшләтә мобилизация буйынса һорауҙарға тағы ла күберәк яуаптар ошонда:

— чат-бот: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot

— Башҡортостандың Ситуация үҙәге:
  122, өҫтәмә номер – 1
  8 (347) 218-19-19

- Өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылғандарҙың туғандары өсөн Рәсәй Оборона министрлығының ҡыҙыу линияһы:
  8 (800) 100-77-07
  8 (495) 498-43-54
  8 (495) 498-34-46

Башҡортостандағы хәрби комиссариаттарҙың адрестары:
https://vk.cc/cgN8Ti, https://voenkomats.ru/bashkortostan

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас