+9 °С
Болотло


Йылайыр районы үҙәгендәге Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының спорт майҙансығы заманса йыһазландырылған.
Ул, ГТО нормаларын тапшырыу өсөн ҡулайлаштырылып, “Демография” милли проектының “Спрот-йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Ошо көндәрҙә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры урынбаҫары Илнур Таҡтаев спорт майҙансығында булды һәм уҡыусы балаларҙың унда шөғөлләнгәнен ҡараны.