+2 °С
Облачно

Бурыстар кисектерелә

Башҡарма эште туҡтатыу өсөн өлөшләтә мобилизациялау нигеҙ була аламы?

Добавить в предпочтительные источники Google
Бурыстар кисектереләБурыстар кисектерелә
Бурыстар кисектерелә

Башҡарма эште туҡтатыу өсөн өлөшләтә мобилизациялау нигеҙ була аламы?

РФ Ҡораллы Көстәренә йәки РФ ҡануниәтенә ярашлы ойошторолған ғәскәрҙәргә һәм хәрби формированиеларға хеҙмәткә саҡырылған хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡарата башҡарма эш бурыслының үтенесе буйынса тулыһынса йәки өлөшләтә туҡтатылырға мөмкин. “Башҡарма производство тураһында”ғы федераль закондың 40-сы статьяһы 2-се өлөшөнә ярашлы, тулыраҡ ошонда: https://vk.cc/chmp9D

Башҡарма эште туҡтатыу тураһында нисек ғариза бирергә була?
- хәрби комиссариаттарҙың саҡырыу пункттарында,
- суд приставтарының башҡарма эш ҡуҙғатылған структур бүлексәһенә,
- Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының интернет-ҡабул итеү бүлмәһе аша: https://r02.fssp.gov.ru/ir/,
– Дәүләт хеҙмәттәрендә: https://www.gosuslugi.ru/structure/10000001012

Башҡарма производствоны туҡтатыуҙы һорап яҙылған ғариза мобилизацияланырға тейешле бурыслының үҙенән һәм уларҙың яҡын туғандарынан ҡабул ителә.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы эшмәкәрлегенә бәйле мәсьәләләр буйынса халыҡҡа мәғлүмәт биреү үҙәге:

+7 (347) 272-16-46 (көн һайын: 09.00 - 18.00 сәғәттәрҙә, йома: 09.00 - 16.45 сәғәттәрҙә)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас