

Банктар мобилизацияланғандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының кредит каникулдары буйынса ғаризаларын күпме ваҡыт ҡарай ала?
Кредитор каникул тураһындағы мөрәжәғәтте 10 көн эсендә ҡарарға тейеш.
Граждандың ысынлап мобилизацияланғаны йәки махсус хәрби операцияла ҡатнашҡаны раҫланмаған осраҡта ғына ул ғаризаны кире ҡаға ала. Әгәр кеше 15 көн эсендә ғаризаны раҫлау тураһында йәки кире яуап алмаһа, ғариза ебәрелгән мәлдән алып кредит каникулы ғәмәлдә тип иҫәпләнә. 2022 йылдың 7 октябрендәге “Мобилизация буйынса РФ Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылған кешеләрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешеләрҙең, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларының кредит килешеүҙәре (заем килешеүҙәре) буйынса йөкләмәләрен үтәү үҙенсәлектәре һәм РФ-тың айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы 377-се федераль закон: https://vk.cc/chcYzT Кредит каникулдары биреү буйынса һорауҙар менән кредит йәки заем алған банктың ҡыҙыу бәйләнеш телефонына шылтыратығыҙ. Рәсәй Банкыһының ҡыҙыу линияһы: - кәрәҙле телефондарҙан бушлай шылтыратыу өсөн : 300 - Рәсәй төбәктәренән бушлай шылтыратыу өсөн: 8 800 300-30-00 - кәрәҙле элемтә операторының тарифтарына ярашлы: 7 499 300-30-00 Башҡортостандың Ситуация үҙәге: 122, өҫтәмә номер – 1 8 (347) 218-19-19
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан