+10 °С
Ясно


Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала 11 октябрҙә Республика көнө уңайынан күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрам саралары программаһы ҡыҫҡартылған.
Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалыу, шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһы үтә. Киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» Бөтөн Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы, һуңынан Башҡортостан сәнғәт оҫталарының «Үлемһеҙ дан өсөн тыуған» тигән концерты ойошторола. Ә салют булмай.