+2 °С
Ясно

Быйыл армияға көҙгө саҡырылыш бер айға һуң башлана

Президент Владимир Путиндың Указына ярашлы, Рәсәйҙә быйыл көҙгө саҡырылыш ноябрҙә, йәғни ғәҙәттәгенән бер айға һуң башлана, ә хеҙмәттәге һалдаттар өйҙәренә октябрь-декабрь айҙарында ҡайтарыла. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Быйыл армияға көҙгө саҡырылыш бер айға һуң башланаБыйыл армияға көҙгө саҡырылыш бер айға һуң башлана
Быйыл армияға көҙгө саҡырылыш бер айға һуң башлана

Президент Владимир Путиндың Указына ярашлы, Рәсәйҙә быйыл көҙгө саҡырылыш ноябрҙә, йәғни ғәҙәттәгенән бер айға һуң башлана, ә хеҙмәттәге һалдаттар өйҙәренә октябрь-декабрь айҙарында ҡайтарыла. 

Быйыл 120 мең, йәғни былтырғыға ҡарағанда 7,5 меңгә аҙыраҡ кешене саҡырыу планлаштырыла.

«Саҡырылышты сифатлы итеп үткәреү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Хәрби комиссариаттар медицина милке, шул иҫәптән шәхси һаҡланыу саралары һәм коронавирус инфекцияһын асыҡлау өсөн тест-системалар менән тулыһынса тәьмин ителгән», ‒ тине Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу ведомствоның селектор кәңәшмәһе барышында, тип хәбәр итә РИА Новости агентлығы.

Автор:
Читайте нас