

Әгәр саҡырыу ҡағыҙын иғтибарһыҙ ҡалдырһаң, нимә була?
1997 йылдың 26 февралендә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһында мобилизацион әҙерлек һәм мобилизация тураһында"ғы 31-се федераль закон буйынса мобилизация иғлан ителгәндән һуң саҡырылыш йәшендәге граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырыла - улар саҡырыу ҡағыҙында күрһәтелгән ваҡытҡа хәрби комиссариатҡа мотлаҡ барырға бурыслы.
1997 йылдың 26 февралендә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһында мобилизацион әҙерлек һәм мобилизация тураһында"ғы 31-се федераль закон http://kremlin.ru/acts/bank/10602
Түбәндәгеләр йыйылыу пунктына бармау өсөн кисерерлек сәбәп була ала:
эшкә яраҡлылыҡты юғалтыуға килтергән сир йәки имгәнеү
ғаилә ағзаһының йәки уллыҡҡа алған кешенең ауыр хәлдә булыуы йәки уны ерләүҙә ҡатнашыу
хәрби комиссариатҡа барыуға ҡамасаулаған һәм граждандың иркенә буйһонмаған башҡа хәлдәр
Был шарттарҙы документтар менән раҫларға кәрәк буласаҡ.
Хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы башҡа сәбәптәрҙе лә кисерерлек тип һанарға мөмкин, әммә уларҙы ла иҫбатларға кәрәк буласаҡ ("Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында"ғы закондың 7-се статьяһының 2-се пункты).
Әгәр һеҙгә саҡырыу ҡағыҙы яңылыш тапшырылған тип иҫәпләһәгеҙ, хәрби комиссариатҡа барып, ошо хаҡта хәбәр итергә кәрәк. Саҡырыу ҡағыҙы алыу - гражданды шунда уҡ ғәскәргә иҫәпкә ҡуялар, тигән һүҙ түгел. Хәрби комиссариатҡа саҡырыу маҡсаты - кешенең мобилизация осоронда тәғәйенләнешен билдәләү.
Хәрби комиссариатҡа бармаған өсөн граждан атап үтелгән закондар буйынса яуаплылыҡ тота:
РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 21.5-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡ
РФ Енәйәт кодексының 328-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы
Өлөшләтә мобилизация буйынса һорауҙарға яуаптар түбәндәге сығанаҡтарҙа:
Башҡортостандың Ситуация үҙәге - (ял көндәрһеҙ 8.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем)
* 8 (347) 218-19-19
* 122, өҫтәмә - 1
чат-бот: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot
Өлөшләтә мобилизация темаһына һорауҙарға Башҡортостан менән идара итеү төркөмөндә ҡарарға мөмкин https://vk.cc/cgTL8x
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан