+9 °С
Облачно
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
30 Сентября 2022, 04:35

Яңы шарттарҙа сәнәғәт тотороҡло эшләһен өсөн

Кисә Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров Республика предприятиеларының өлөшләтә мобилизация шарттарында тотороҡло эшләүен тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы шарттарҙа сәнәғәт тотороҡло эшләһен өсөнЯңы шарттарҙа сәнәғәт тотороҡло эшләһен өсөн
Яңы шарттарҙа сәнәғәт тотороҡло эшләһен өсөн

Кисә Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров Республика предприятиеларының өлөшләтә мобилизация шарттарында тотороҡло эшләүен тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Рәсәй Президенты иғлан иткән өлөшләтә мобилизация менән бәйле, беҙҙең алда көрсөккә ҡаршы эште яңыса үҙгәртеп ҡороу бурысы тора, тип белдерҙе ул.  

Башҡортостанда мобилизация бурыстарын үтәүгә өс тиҫтәнән ашыу предприятие йәлеп ителгән, ә комплектлаусы изделиелар етештереүсе аралашсыларҙы иҫәпкә алғанда, уларҙың һаны бер нисә тапҡырға арта. Ығы-зығыға юл ҡуймау өсөн, Хөкүмәт мобилизация мәсьәләләре һәм ярҙам саралары буйынса "ҡыҙыу линия" аша ваҡытында консультация биреүҙе яйға һалған.

Иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге хәлдең үҙгәрешен тикшереү, федераль штабтар менән үҙ-ара килешеп эшләү һәм оператив ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында Башҡортостанда төбәк Башлығы етәкселегендә Оператив штаб булдырылған. Шулай уҡ башҡарма власть органдары, Милли банк, һалым хеҙмәте ҡатнашлығында республика Хөкүмәте Премьер-министры етәкселәгән Көрсөккә ҡаршы проект офисы эшләүен дауам итә. Ул тейешле ҡарарҙар һәм көрсөккә ҡаршы саралар өҫтөндә эш алып бара. Проект офисы сиктәрендә 8 тармаҡ комитеты булдырылған.

Кәңәшмәлә хеҙмәт  баҙарындағы хәл тикшерелде.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был өлкәлә хәл тоторолоҡло ҡала килә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала эшһеҙлек кимәле - 3,3%. 29 сентябргә ҡарата 177 предприятие ваҡытлыса эшкә 605 кешене алырға теләк белдергән.

Башҡортостанда 3 проценттан 5-кә тиклем 7 йылға бирелгән сәнәғәт ипотекаһы механизмы әүҙем эшләй башлаған. Ул 500 миллион һумҡа тиклем кредит алыу мөмкинлеген бирә.

Автор:
Читайте нас