+15 °С
Облачно
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
30 Сентября 2022, 03:40

Биләгән вазифалар тотҡарлыҡ түгел

Республика Хөкүмәтенең беренсе премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов үҙ ирке менән Шайморатов батальонына ҡушылырға теләк белдергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Биләгән вазифалар тотҡарлыҡ түгелБиләгән вазифалар тотҡарлыҡ түгел
Биләгән вазифалар тотҡарлыҡ түгел

Республика Хөкүмәтенең беренсе премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов үҙ ирке менән Шайморатов батальонына ҡушылырға теләк белдергән.

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙа:

«Республика Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу теләге белдереп ғариза яҙҙы. Мин уның был ҡарарын хупланым. Азат менән хеҙмәттәштәр генә түгел, ә рух буйынса яҡын кешеләр булыуыбыҙҙы бер ҡасан да йәшермәнем. Уның ҡыйыу аҙымы менән ғорурланам. Ысын ир-егеттәр шулай нәҡ шулай эшләргә тейеш тә тип иҫәпләйем.

Яҙмамдың аҙағында шуны ла өҫтәйем: был көндәрҙә башҡа чиновниктар ҙа үҙҙәренең намыҫтары ҡушыуы буйынса яуаплы ҡарарҙар ҡабул итте һәм мобилизация буйынса йәки үҙ иректәре менән махсус хәрби операцияға китте».

Автор:
Читайте нас