

Саҡырылған геройҙарҙың күбеһе – ҡасандыр беҙҙең театрҙа эшләп киткән шәхестәр. Күренекле сәхнә йондоҙҙары менән интервью- осрашыуҙан тыш, театр сәнғәте буйынса уҡыуҙар һәм төрлө темаға оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҙә ҡаралған. Был үҙ сиратында, йәштәргә үҙҙәрен сәхнәлә һынап ҡарарға мөмкинлек бирәсәк.
Театрға, мәҙәниәткә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолған “Тураһын әйткәндә...” проекты РФ-ның театр эшмәкәрҙәре Союзының дәүләт стипендияһы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Яңы проектың тәүге сығарылышы 5 октябрь киске 7-гә билдәләнгән. Уның тәүге ҡунағы – Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина. Киләсәктә интервью-осрашыу аҙна һайын Милли йәштәр театрының Камера сәхнәһендә уҙғарыласаҡ, тип күҙаллана.