+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
27 Сентябрь 2022, 08:35

Радий Хәбиров мобилизация буйынса ялыу-мөрәжәғәттәргә иғтибарлы булыуҙы талап итте

Башҡортостан Хөкүмәтенең кисә үткән оператив кәңәшмәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына хәрби комиссариаттар менән берлектә мобилизацияланған граждандар исемлеген ентекле ҡарап сығырға һәм яңылыш хәрби хеҙмәткә саҡырыусыларҙы кире ҡайтарырға ҡушты. 

“Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр күп, улар, ҡанунға ярашлы, теге йәки был ташламаларға бәйле  ире, улы йәки ағаһы саҡырылырға тейеш түгел, тип аңлата һәм документтар тапшыра. Йәғни ниндәйҙер бәхәсле мәлдәр килеп тыуа”, – тип белдерҙе республика етәксеһе.

Шуға ул район-ҡалалар башлыҡтарына мобилизацияланған граждандарҙың исемлеген яңынан аныҡлау кәрәклеген белдерҙе. Хәрби хеҙмәткә ҡамасаулаған шарттар асыҡланһа, мәсьәләне хәл итергә, хатта мобилизацияланған кешене кире ҡайтарырға кәрәк, тине.

Автор:
Читайте нас: