+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
27 Сентябрь 2022, 08:45

Һорауҙарға яуап бирҙеләр

 Башҡортостан юлдаш телеканалында мобилизация мәсьәләләренә арналған тура эфир үтте.

Һорауҙарға яуап бирҙеләр
Һорауҙарға яуап бирҙеләр

 Башҡортостан юлдаш телеканалында мобилизация мәсьәләләренә арналған тура эфир үтте.

Унда социаль селтәрҙәр аша килгән һорауҙарға Башҡортостандың хәрби комиссары, республика министрҙары яуап бирҙе.

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич аңлатыуынса, тәү сиратта армияла хеҙмәт иткән, хәрби тәжрибәһе, хәрби-иҫәп белеме булған 35 йәшкә тиклемге кешеләр саҡырыла. Һирәк һөнәргә эйә булғандарҙы йәки доброволецтарҙы 45 йәшкә тиклем саҡыралар. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, доброволецтар бөтә мобилизацияланғандарҙың 30 проценты самаһын тәшкил итә.

Әгәр мобилизацияланған кешенең запасҡа киткән саҡта яраҡлылыҡ категорияһына тап килмәгән ауырыуы бар икән, ысын категорияны табип комиссияһы билдәләйәсәк һәм кешене саҡырырғамы-юҡмы икәнлеге тураһында тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк, тине хәрби комиссар.

Тәүге тапҡыр белем алған һәм көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттарға мобилизация ҡағылмай. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин аңлатыуынса, был урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына ғына ҡағыла. Дәүләткә ҡарамаған юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары кисектерелеүгә эләкмәй.

Шулай уҡ күптәрҙе табиптарға бәйле һорау борсой. Табиптар өлөшләтә мобилизация  шарттарында хеҙмәткә саҡырылыуы ихтимал, сөнки уларҙың һөнәрҙәре хәрби-иҫәптәгеләр исемлегенә инә. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республикала табиптар өсөн хәрби-ялан хирургияһы буйынса уҡытыу саралары әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта дүрт фельдшер махсус операцияла ҡатнашыусы Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекле батальондарҙы оҙатып бара.

Автор:
Читайте нас: