

Тәү сиратта, һауа торошона ярашлы кейенеү, бер нисә көн туҡланырлыҡ ризыҡ һәм алмаш йылы әйберҙәр һалып алыу мотлаҡ. Бер нисә башлыҡ, йылы нәскиҙәр, шул уҡ ваҡытта шәхси гигиена әйберҙәре, тәүге осорҙа кәрәге тейерҙәй дарыуҙар артыҡ булмаҫ. Билдәләнгән урынға еткәс, ул әйберҙәрҙе посылка менән ҡайтарырға мөмкин.
Хәрби часть биләмәһендә өлөшләтә мобилизацияға эләккән граждандарҙың барыһы ла тейешле кейем комплекты, махсус әйберҙәр, медицина ярҙамы менән тәьмин ителә.
Хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ, тәүге көндәрҙә бинт, пластырь, тубыҡ (наколенник) һәм терһәк (налокотник) өсөн ҡулайлама, йоҡлау өсөн махсус ҡапсыҡ, жилет (разгрузка), пенка (түшәк), жгут, хатта бронежилет һәм бронешлем кеүек мөһим әйберҙәр сәләмәтлекте һәм ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк, тип кәңәш бирә.