+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
27 Сентябрь 2022, 08:55

Хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш булмайынса повестка алғаһыҙ, нимә эшләргә?

Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Сергей Николаевич Нетунаев аңлата.

Хәрби комиссариатҡа повесткала күрһәтелгән ваҡытта һәм урынға барырға кәрәк. Һәм хәрби-иҫәп мәғлүмәтендә үҙгәрештәр булыуы, 1997 йылдың 26 февралендәге «Рәсәй Федерацияһында мобилизацион әҙерлек һәм мобилизация тураһында»ғы 31-се федераль закондың (http://kremlin.ru/acts/bank/10602/page/1) 18-се статьяһы буйынса һеҙгә бирелгән категория хаҡында хәбәр итергә. Яҙма ғариза мотлаҡ түгел - әгәр проблемалар бар икән, хәрби комиссариат тикшереү үткәрә.

Күберәк мәғлүмәткә эйә булыу өсөн эфирҙың тулы версияһын Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалындағы «Сәләм» тапшырыуында тура эфирҙы ҡарағыҙ: https://vk.cc/cgUg0a

Өлөшләтә мобилизация тураһында иң көнүҙәк һорауҙарға яуапты тағы ҡайҙан алырға мөмкин:

- өлөшләтә мобилизация тураһында иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы республиканың хәрби комиссариаты менән берлектә Башҡортостан менән идара итеү үҙәге әҙерләгән чат-ботта табырһығыҙ: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot

- Башҡортостан халҡына өлөшләтә мобилизация мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт биреү өсөн Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге түбәндәге телефондар буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә:

  122, өҫтәмә номер – 1
  8 (347) 218-19-19

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: