-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
26 Сентябрь 2022, 09:30

Интернет – мөһим мәғлүмәт сығанағы

Башҡортостан Башлығының 2020 йылдың 13 октябрендә сыҡҡан РГ-273-сө һанлы ҡарарына ярашлы, урындағы үҙидара  һәм башҡарма власть органдары социаль селтәрҙәрҙә үҙ сәхифәһен булдырҙы. Аҙна һайын уларҙың кәм тигәндә дүрт яҙма мәғлүмәт урынлаштырыла.  

Интернет – мөһим мәғлүмәт сығанағы
Интернет – мөһим мәғлүмәт сығанағы

Башҡортостан Башлығының 2020 йылдың 13 октябрендә сыҡҡан РГ-273-сө һанлы ҡарарына ярашлы, урындағы үҙидара  һәм башҡарма власть органдары социаль селтәрҙәрҙә үҙ сәхифәһен булдырҙы. Аҙна һайын уларҙың кәм тигәндә дүрт яҙма мәғлүмәт урынлаштырыла.  

Сентябрь айына ҡарата өс социаль селтәрҙә (Бәйләнеш, Телеграм һәм Класташтар) бөтә райондар һәм район башлыҡтары, министрлыҡтар һәм министрҙар үҙ сәхифәләрен алып бара (йәмғеһе 210 бит). Республика чиновниктарының дөйөм уҡыусылары һаны – бер миллионға яҡын.

Был халыҡҡа иң мөһим һәм актуаль ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт бирергә, уларҙың мөрәжәғәттәренә тиҙ яуап бирергә ярҙам итә. Башҡортостан Башлығы, властың төп бурысы – социаль селтәрҙәргә инеп, унда эшләү, дөрөҫ булмаған хәбәрҙе кире ҡағып, позитив кәйеф булдырыу үтә мөһим, тип әйтә килә.

Рәсәй буйынса бөтә ведомство һәм ярҙамсы ведомство учреждениеларының рәсми сәхифәләре ошо йылдың 1 декабренә булдырылырға тейеш. Шул иҫәптән уларға министрлыҡтар, ҡала-район хакимиәттәре, мәктәптәр, дауаханалар ҙа инә. Был талап ошо йылдың 14 июлендәге №270-ФЗ  федераль закон менән нығытылған.

Граждандар һәм дәүләт органдары менән бәйләнеш мөмкинлектәре Kazan Digital Week форумында Һанлаштырыу министрлығы, VK һәм “Диалог Төбәктәр” ойошмалары тарафынан ҡаралды. “Диалог Төбәктәр”ҙең генераль директоры Владимир Табак әйтеүенсә, социаль селтәрҙән ҡулланыусы 46,6 миллион кеше “Бәйләнеш”тә дәүләт органдары биттәренә яҙылған.

Владимир Табак белдереүенсә, дәүләт пабликтары кәрәкле мәғлүмәтте конкрет аудиторияға етекреү өсөн үтә лә мөһим. “Бәйләнеш”тең айлыҡ аудиторияһы, мәҫәлән, 100 миллион ҡулланыусы тәшкил итә. Ул -  Рәсәйҙә аралашыу өсөн иң популяр майҙан.

Автор:
Читайте нас: