-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
23 Сентябрь 2022, 08:25

Түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие булдырыла

Рәсәй Хөкүмәте түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим итте. Был хаҡта кабминдың телеграм-каналында хәбәр ителә.

Финанс ярҙамы 10 миллионға яҡын бала тәрбиәләгән ғаиләгә ҡағыла.

«2023 йылдың 1 ғинуарынан түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим ителә. Ул ғәмәлдәге социаль яҡлау сараларын, шул иҫәптән бала тыуыуға йәки уны уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуға бәйле һәм 3 йәше тулғансы пособиеларҙы, шулай уҡ 3-7 һәм 8-17 йәшлек балаларға түләүҙәрҙе берләштерә», — тиелә белдереүҙә.

Бынан тыш, бындай пособие йөклөлөктөң иртә айҙарында иҫәпкә баҫҡан мохтаж ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнә.

Универсаль пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы, Күп функциялы үҙәк йәки Пенсия һәм социаль страховкалау фонды аша бер ғариза бирергә кәрәк.

Автор:
Читайте нас: