+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
23 Сентябрь 2022, 08:05

Өлөшләтә мобилизация кемдәргә ҡағыла?

Оборона министры Сергей Шойгу белдереүенсә, Рәсәйҙә 300 мең самаһы резервтағы кеше саҡырыласаҡ.

Өлөшләтә мобилизация кемдәргә ҡағыла?
Өлөшләтә мобилизация кемдәргә ҡағыла?

Оборона министры Сергей Шойгу белдереүенсә, Рәсәйҙә 300 мең самаһы резервтағы кеше саҡырыласаҡ.

 

Оборона министры Сергей Шойгу белдереүенсә, Рәсәйҙә 300 мең самаһы резервтағы кеше хәрби сафҡа саҡырыласаҡ. Был бер юлы ғына эшләнмәй, планға ярашлы барасаҡ, тине ул.

Кемдәрҙе саҡыра алалар? Закон запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн разрядтар буйынса йәш ценздарын билдәләй.

Тәү сиратта беренсе разряд саҡырылырға тейеш. Уларға түбәндәгеләр инә: 

35 йәшкә тиклемге һалдаттар, матростар, сержанттар, старшиналар, прапорщиктар һәм мичмандар;

кесе офицерҙар – 50 йәшкәсә;

майор, 3 ранг капитаны, подполковниктар, 2 ранг капитаны – 55 йәшкә тиклем;

полковниктар, 1-се ранг капитандары – 60 йәшкә тиклем;

юғары офицерҙар – 65 йәшкә тиклем.

Запастағыларҙың икенсе разряды – 45, 55, 65, 70 йәшлектәр (хәрби дәрәжәҙенә ҡарап).

Өсөнсөһө – 50, 60, 65 йәш.

Хәрби хеҙмәткәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөнсө разрядҡа ҡарай: офицер исемдәре булғандар – 50 йәшкә тиклем, бәләкәй исемдәре булғандар 45 йәшкә тиклем запаста.

Министр белдереүенсә, өлөшләтә мобилизация хәрби-иҫәп специальносы һәм хәрби тәжрибәһе булғандарға ҡағыла.

– Улар армияны бер ҡасан да күрмәгән һәм уның тураһында ишетмәгән ниндәйҙер кешеләр түгел. Һүҙ юғары уҡыу йорттары студенттарын һәм уҡыусыларын саҡырыу хаҡында бармай. Уларҙы бер кем дә йәлеп итмәйәсәк. Тыныс ҡына дәрескә йөрөһөн, уҡыһындар. Саҡырыу буйынса хеҙмәт итеүселәр ҙә мобилизацияланмай, уларҙы махсус хәрби операция зонаһына ебәрмәйҙәр, – тип билдәләне ул.

Рәсәйҙең мобилизация ресурсы ҙур, 25 миллионға яҡын кеше, 1% ашыуыраҡ өлөшләтә мобилизацияланырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Шойгу.

Автор:
Читайте нас: