+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү – маҡсатҡа ярашлы программа

“Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы сиктәрендә “Төбәктәрҙе үҫтереүҙең йоғонтоло алымы булараҡ, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү” тип аталған дискуссия сессияһы үтте.

Дисскуссия майҙансығында Милли төҙөлөш сәйәсәтенең Бөтә Рәсәй үҙәге еткәсеһе, “Рәсәй терәге”нең биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү һәм уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Комитеты рәйесе Александр Моор, Рәсәй Төҙөлөш министрлығының кадрҙар үҙәге етәксеһе Елена Сенкевич, Башҡортостан Республикаһының авариялы торлаҡ фондын күҙәтеү үҙәге директоры, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының ҡала төҙөлөшө һәм биләмәләрҙе үҫтереү буйынса урынбаҫары Кирилл Чистяков ҡатнашты.

Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү – төбәктәрҙе сифатлы һәм эффектлы үҫтереүҙе тәьмин иткән төп тармаҡ проекты. Ул киң масштаблы эштәрҙе бюджет ҡатнашлығында башҡарырға булышлыҡ итә, - тип белдерҙе Александр Моор.

Виталий Гайдук авария хәлендәге торлаҡтан кешеләрҙе күсереү биләмәләрҙе комплексы үҫтереү юнәлешенең береһе булыуы тураһында һөйләне.

Елена Сенкевич биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү программаһын киң тарарыу мәсьәләһен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сессия барышында  ҡатнашыусылар Башҡортостандың биләмәләрҙе үҫтереү йәһәтенән ҙур тәжрибәгә эйә булыуын билдәләне һәм федераль кимәлдә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса конгресс үткәререү кәрәклеген билдәләне. Унда Башҡортостандың төҙөлөш тармағы эксперттары үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша алыр ине.

Автор:
Читайте нас в