+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
22 Сентябрь 2022, 13:40

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 46-сы ултырышы эшендә ҡатнашты.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 46-сы ултырышы эшендә ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән өлөшләтә мобилизацияға бәйле төбәк халыҡына мөрәжәғәт итте.

– Ватан өсөн мөһим ошо көндәрҙә республикала йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә мөрәжәғәт итергә теләйем.

Ҡәҙерле яҡташтар! Ҡатмарлы осорҙа, асылда, һынылыш дәүерендә йәшәйбеҙ. Илебеҙгә, бөтәбеҙгә лә ситтән ҙур баҫым яһала. Әммә беҙ баҫымдарға ҡаршы ныҡ торабыҙ, сөнки Владимир Владимирович Путин етәкселегендә Рәсәй донъялағы элекке дәрәжәһен һәм абруйын кире ҡайтарыуын күрәбеҙ. Ватаныбыҙ хәрби, иҡтисади ҡеүәтен үҫтерә. Яңынан ысын мәғәнәһендә көслө державаға әүерелә, күп полярлы донъя тәртибен тергеҙә. Бындай Рәсәй дуҫ булмағандарҙы ҡурҡыта, уларҙа ярһыу тойғоһо уята. Улар беҙҙең дөйөм йортобоҙҙа ҡурҡыу һәм хаос таратырға тырыша. Уларҙың маҡсаты – илебеҙҙе көсһөҙләндереү, бүлеү һәм, ахыр килеп, юҡҡа сығарыу.

Рәсәй ул беҙҙең барыбыҙ ҙа – рустар, башҡорттар, татарҙар, мариҙар, удмурттар, сыуаштар һәм башҡа быуаттар дауамында татыу йәшәгән йөҙәрләгән милләт вәкилдәре.

Бергәләп шатлыҡтар һәм юғалтыуҙарҙы уртаҡлашабыҙ, Ватанды һаҡлайбыҙ. Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов, Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов һәм Игорь Нәсибуллиндар кеүек. Әле Донбаста йәшәгән ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң терәп һуғышҡан меңәрләгән яугир һәм ирекмәдәр кеүек, улар нацистар һәм ялланған кешеләр менән һуғыша.

Рәсәй Президенты, Юғары баш командующий Владимир Владимирович Путин өлөшләтә мобилизация үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был - мәжбүри, әммә кәрәкле һәм төплө уйланылған ҡарар. Ватанды, туғандаш халыҡтарҙы Донбасс, Херсонщина, Запорожьены һаҡлау өсөн берҙәм фронт булып сығыш яһау – беҙҙең бурыс. Улар алдағы референдумдарҙа үҙ ихтыярын белдереп, Рәсәй ғаиләһенә әйләнеп ҡайтырға теләй.

Рәсәйҙәр илдең бойондороҡһоҙлоғон һәм территориаль бөтөнлөгөн тәьмин итеүгә ышана ала. Беҙҙең армия яңы ҡоралға эйә, уларҙың күп төрҙәренең донъяла ише юҡ.

Мобилизация тураһында ҡарар бөтә ир-егеттәргә лә ҡағылмай. Һүҙ запастағылар, хәрби тәжрибәһе, кәрәкле хәрби-иҫәп һөнәре һәм ныҡлы сәләмәтлеге булғандар хаҡында бара. Резервистар Ватаныбыҙ уларҙы ил хәүефһеҙлеген һаҡлауға тағы саҡыра алыуын белә һәм быға әҙер. Шул ваҡыт етте лә инде.

Республиканың хәрби комиссариаты кәрәкле саралар өҫтөндә эш башланы. Республикала Юғары баш командующийҙың указын үтәү өсөн эшье көйләү буйынса мобилизация штабы булдырылды. Ышанам: дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарҙы һөҙөмтәле һәм ваҡытында үтәрбеҙ.

Башҡортостандың илебеҙҙең оборона ҡалҡанын нығытыуға индергән өлөшө һәр саҡ әһәмиәтле булды. Шулай булды һәм шулай буласаҡ та. Ышанам: беҙ һынатмаҫбыҙ!

Был яҙмышты хәл итер яуаплы мәл беҙҙән түҙемлек, зиһен, берҙәмлек талап итә. Яугирҙәребеҙгә һәм махсус хәрби операция бурыстарын ғәмәлләштереүселәргә әйткем килә: беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙҙең эш – уң! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Автор:
Читайте нас: