+2 °С
Облачно
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
22 Сентября 2022, 03:20

Рәсәйҙең оборона министры мобилизация шарттарында кемдәрҙең хәрби хеҙмәткә алынасағына асыҡлыҡ индерҙе

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу 21 сентябрҙә «Россия 24» телеканалына интервьюһында мобилизация шарттарында кемдәрҙең хәрби хеҙмәткә алынасағына асыҡлыҡ индерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙең оборона министры мобилизация шарттарында кемдәрҙең хәрби хеҙмәткә алынасағына асыҡлыҡ индерҙеРәсәйҙең оборона министры мобилизация шарттарында кемдәрҙең хәрби хеҙмәткә алынасағына асыҡлыҡ индерҙе
Рәсәйҙең оборона министры мобилизация шарттарында кемдәрҙең хәрби хеҙмәткә алынасағына асыҡлыҡ индерҙе

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу 21 сентябрҙә «Россия 24» телеканалына интервьюһында мобилизация шарттарында кемдәрҙең хәрби хеҙмәткә алынасағына асыҡлыҡ индерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡандар, хәрби-иҫәп белгеслегенә һәм һуғыш тәжрибәһенә эйә булғандар мобилизацияланырға тейеш.

«Улар армия тураһында белмәгән-күрмәгән кешеләр түгел. Суденттарҙы мобилизациялау хаҡында һүҙ бармай. Тыныс ҡына уҡыһындар. Хәрби хеҙмәттәге һалдаттар ҙа мобилизацияланмай, уларҙы махсус хәрби операция барған ергә ебәрмәйҙәр», — тип билдәләне ул.

Рәсәйҙең мобилизация ресурсы 25 миллионға яҡын кеше тәшкил итә, уларҙың 1% ашыуырағы (300 мең самаһы) өлөшләтә мобилизацияланырға тейеш.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас