+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
22 Сентябрь 2022, 08:08

Рәсәйҙә “Белем” марафоны үтте

31 августан 2 сентябргә тиклем Рәсәйҙә “Белем” федераль мәғрифәти марафоны үтте. Унда дәүләт эшмәкәрҙәре, атҡаҙанған уҡытыусылар, ресторан бизнесы һәм музыка индустрияһының күренекле белгестәре ҡатнашты.

Рәсәйҙә “Белем” марафоны үтте
Рәсәйҙә “Белем” марафоны үтте

31 августан 2 сентябргә тиклем Рәсәйҙә “Белем” федераль мәғрифәти марафоны үтте. Унда дәүләт эшмәкәрҙәре, атҡаҙанған уҡытыусылар, ресторан бизнесы һәм музыка индустрияһының күренекле белгестәре ҡатнашты.

Заманса технологиялар марафонды илебеҙҙең барлыҡ мөйөштәренән ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Сарала һанлы дәүер рухында төҙөлгән һәм бик күп диджитал-яңылыҡтар, форматтар ҡулланылды.

Тамашасылар үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуы буйынса темалар һәм спикерҙар һайлай алды.

Марафонда биш мәғрифәтселек трегы эшләне. “Белем. Көс” акцияһы Мәскәүҙә үтһә, “Рәсәйҙә эшләнгән” – Санкт-Петербургта, “Белем. Рәсәй мираҫы” йүнәлеше – Түбәнге Новгородта, “Белем. Экология” махсуслаштырылған күргәҙмәһе – Петропавловск-Камчатскийҙа, ә “Белем. Беҙ бергә” Луганскиҙа булды.

Башҡортостандың белем биреү учреждениелары уҡыусылары “Белем” марафонына ҡушылды. Республиканың 182 белем биреү ойошмаһында һәм мәҙәниәт учреждениеһында “Белем” марафоны видеоэкрандарҙа күрһәтелде. Шулай уҡ 2100 кеше өсөн 11 фан-зона ойошторолдо.

 

Автор:
Читайте нас: