+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
20 Сентябрь 2022, 09:18

Башҡортостан хужалыҡтары 4,6 миллион тоннанан ашыу иген йыйған

Республикала 4 миллион 611 мең тонна ашлыҡ тулайым һуғып алынған, гектарынан уртаса уңыш – 29,3 центнер. 

Башҡортостан хужалыҡтары 4,6 миллион тоннанан ашыу иген йыйған
Башҡортостан хужалыҡтары 4,6 миллион тоннанан ашыу иген йыйған

Башҡортостанда 4 миллион 611 мең тонна ашлыҡ тулайым һуғып алынған, гектарынан уртаса уңыш – 29,3 центнер. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов оператив кәңәшмәлә иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу тамамланып килеүен белдерҙе. Бөгөнгә майҙандарҙың 91% сабылған, 90% яҡыны һуғылған, был иһә 1 миллион 592 мең гектар.

«Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Мәләүез, Ауырғазы, Дәүләкән һәм Хәйбулла райондарында 160 мең тоннанан ашыу һуғылған. Май бирә торған культураларҙы (рапс, шипкән, соя, етен) йыйыу дауам итә. Әлегә пландың 13% ашыуы, 80 мең тонна самаһы һуғып алынған, гектарынан уртаса уңыш – 12,6 центнер. Кушнаренко һәм Хәйбулла райондары хужалыҡтары көнбағыш йыйыуға төштө», – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

Бөтә райондарҙа ла тиерлек татлы тамырҙы йыйыу бара (сөгөлдөр сәскән 19 райондың 14-ендә уңыш йыйыу башланған). Бөгөнгә 10 мең гектарға яҡыны (22%) йыйып алынған, гектарынан уртаса уңыш – 267 центнер.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-19/v-bashkirii-sobrali-4-mln-611-tysyach-tonn-zerna-pri-sredney-urozhaynosti-29-3-tsentnerov-s-gektara-2955648

Автор:
Читайте нас: