+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
16 Сентябрь 2022, 16:47

Хирург Руслан Гәрәев, социаль селтәрҙәге тура эфирҙа ҡатнашып, Донбасстағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне

“Мине был яуаплы эш сәфәренә ебәрергә ризалығын биргән ғаиләмә рәхмәт, ғаилә – ул бәләкәй дәүләт, изге башланғыстар нигеҙе, ҡатынымдың үҙенең дә барырға теләге бар ине, әммә өс баланы ҡарауһыҙ ҡалдырып булмай. Ил алдында һөнәри бурысыбыҙҙы үтәнек, – ти хирург. – Сөнки дуҫтар ауыр саҡта һынала.

Хирург Руслан Гәрәев, социаль селтәрҙәге тура эфирҙа ҡатнашып, Донбасстағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне
Хирург Руслан Гәрәев, социаль селтәрҙәге тура эфирҙа ҡатнашып, Донбасстағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне

Башҡортостандың табип-физкультура диспансеры баш табибы, хирург Руслан Рәлиф улы Гәрәев, социаль селтәрҙәге тура эфирҙа ҡатнашып, Донбасстағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. 

2022 йылдың мартында Башҡортостандан бер төркөм ирекмән-табиптар Донбасстағы коллегаларына  ярҙам итергә юллана. Улар араһында Башҡортостандың табип-физкультура диспансеры баш табибы, хирург Руслан Рәлиф улы Гәрәев тә була. Донецк һәм Луганск урамдарындағы ҡатмарлы хәлде күреп, улар тәүҙә хайран ҡала. Йәҙрә шартлауҙарына, яралыларҙың күп булыуына ла өйрәнергә тура килә яҡташтарыбыҙға. “Мин үҙем армияла хеҙмәт итмәнем, шуға ил алдындағы бурысымды табип булараҡ намыҫлы башҡарыу мөмкинлеге килеп сыҡҡас, теләктәшлек белдерҙем. Унда көн дә яһаған операцияларҙың иҫәбе-һаны юҡ, ҡайһы берҙә ауыр тән йәрәхәттәре алғандарҙы ғаиләләре менән алып киләләр. Бер ыңғайҙан тиҫтәнән ашыу яралыны ҡабул иткән саҡтар булды. Ундай күренешкә өйрәнмәгәс, тәүҙә бик ауыр кисерҙек. Етмәһә, июлдә ҡыҙыу атыштар барған Ҡыҙыл Лиман ҡалаһында ауыр шарттарҙа эшләргә тура килде. Кешеләрҙең күбеһе, шартлауҙарҙан ҡасып, һыуһыҙ, утһыҙ баҙҙа, подвалда йәшәргә мәжбүр, шуға хроник ауырыуҙар ҙа күбәйгән ине. Халыҡҡа юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәттек, урындағы табиптар ҙа  көслө, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған белгестәр менән тәжрибә уртаҡлаштыу ҙа файҙаға булды”, – ти Руслан Рәлиф улы.

“Мине был яуаплы эш сәфәренә ебәрергә ризалығын биргән ғаиләмә рәхмәт, ғаилә – ул бәләкәй дәүләт, изге башланғыстар нигеҙе, ҡатынымдың үҙенең дә барырға теләге бар ине, әммә өс баланы ҡарауһыҙ ҡалдырып булмай. Ил алдында һөнәри бурысыбыҙҙы үтәнек, – ти хирург. – Сөнки дуҫтар ауыр саҡта һынала. Һөйләшеү аҙағында Руслан Гәрәев туғандаш төбәктәргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, шулай уҡ фиҙакәр яҡташтарының изгелеген күрә һәм баһалай белгән Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: